Яңы Меңйетәр
Ауыл | |
Яңы Меңйетәр | |
Ил | |
---|---|
Федерация субъекты | |
Муниципаль район | |
Координаталар | |
Сәғәт бүлкәте | |
Һанлы танытмалар | |
Автомобиль коды |
02, 102 |
ОКАТО коды | |
ОКТМО коды | |
Яңы Меңйетәр (рус. Новоминзитарово) — Башҡортостандың Благовещен районындағы ауыл. 2010 йылдың 14 октябренә ҡарата халыҡ һаны 61 кеше[1]. Почта индексы — 453457, ОКАТО коды — 80215819006.
Халыҡ һаны
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Бөтә Рәсәй һәм Бөтә Союз халыҡ иҫәбе алыу мәғлүмәттәре буйынса халыҡ һаны (кеше)
Иҫәп алыу йылы һәм көнө | Бөтә халыҡ | Ир-егеттәр | Ҡатын-ҡыҙҙар | Ир-егеттәр өлөшө (%) | Ҡатын-ҡыҙҙар өлөшө (%) |
1897 йыл 9 февраль ( 26 ғинуар) | |||||
1920 йыл 26 август | |||||
1926 йыл 17 декабрь | |||||
1939 йыл 17 ғинуар | |||||
1959 йыл 15 ғинуар | |||||
1970 йыл 15 ғинуар | |||||
1979 йыл 17 ғинуар | |||||
1989 йыл 12 ғинуар | |||||
2002 йыл 9 октябрь | |||||
2010 йыл 14 октябрь | 61 | 31 | 30 | 50,8 | 49,2 |
Халыҡ һаны буйынса аңлатма төрлө йылдарҙа иҫәп алыу тәртибенең айырмалығы булыу сәбәпле халыҡ һанының үҙенсәлегенә иғтибар итегеҙ.
- 1939 йыл — бар булған халыҡ һаны.
- 1989, 2002, 2010 йылдарҙа — даими йәшәгән урыны булып иҫәпләнгән халыҡ һаны
Ауылдағы халыҡ һаны буйынса мәғлүмәтте халыҡ иҫәбе буйынса алыу урынлы. Бөтә ил күләмендә үткән 1897, 1920, 1939, 1959, 1970, 1979, 1989, 2002, 2010 йылғы халыҡ иҫәбе буйынса мәғлүмәттәр бар һәм асыҡ ҡулланыуҙа табырға була. Ҡайһы бер китаптарҙы электрон төрҙә асып ҡарап була. 1926 йылғы халыҡ иҫәбе буйынса һәр ауыл тураһында мәғлүмәт осрағаны юҡ әле. Унан башҡа Өфө виләйәтендә 1865, 1879, 1886 йылдарҙа урындағы халыҡ иҫәбе алынған. Тағы ла ревиз яҙмалары аша мәғлүмәт бар.
- 1859 һәм 1865 йыл — Населенные пункты Башкортостана. Ч.I. Уфимская губерния, 1877. — Уфа:Китап, 2002. — 432 с. ISBN 5-295-03188-8 (ч. I). ISBN 5-295-03133-0.
- Өфө виләйәте ауылдарында халыҡ һаны буйынса мәғлүмәт 1859 һәм 1865 йылдарға ҡарата бар.
- 1866 йыл — Список населенных мест. Ч. II. Оренбургская губерния, 1866. — Уфа: Китап, 2006. — 260 с. ISBN 5-295-03815-7 (ч. II). ISBN 5-295-03133-0.
- Ырымбур виләйәте ауылдарында халыҡ һаны буйынса мәғлүмәт 1866 йылға ҡарата бар.
- 1897 йыл — Перепись населения. т.45 кн.01 Уфимская губерния. Н.А.Тройницкий (ред.)(С.-Петербург, 1901)
- Был китапта Өфө виләйәте ауылдары буйынса мәғлүмәт бар. 500 кешенән күберек булған ауылдар исемлеге.
- 1920 йыл — Населенные пункты Башкортостана. Ч.III. Башреспублика, 1926. — Уфа. Китап, 2002. — 400 с. ISBN 5-295-03091-1 (ч. III). ISBN 5-295-03133-0.
- Был китап 1926 йылға ҡарата төҙөлгән, әммә халыҡ иҫәбе 1920 йылға ҡарата бирелгән.
- 1939 йыл — БАССР. Административно-территориальное деление на 1 июня 1940 года – Уфа:Государственное издательство, 1941. – 387 с.
- Был китапта 1939 йылғы иҫәп алыу буйынса һәр ауыл буйынса мәғлүмәт бар.
- 1989 һәм 2002 йылдар — Башҡортостан Республикаһы ауылдарында 1989 һәм 2002 йылғы халыҡ иҫәбен алыу мәғлүмәттәре буйынса халыҡ һаны.
- 2010 йыл — Численность и размещение населения Республики Башкортостан по данным Всероссийской переписи населения 2010 года. Статистический сборник. (рус.)
- Население Башкортостана: XIX-XXI века: статистический сборник / Территориальный орган Федеральной службы государственной статистики по Республики Башкортостан. — Уфа:Китап, 2008. — 448 с.: ил. ISBN 978-5-295-04439-7
- 1897 йылғы халыҡ иҫәбенән башлап ҡалалар, ҡала төрөндәге ҡасабалар, райондар, район үҙәктәре буйынса халыҡ һаны бар.
Географик урыны
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Район үҙәгенә тиклем (Благовещен): 28 км
- Ауыл советы үҙәгенә тиклем (ҮргеИҙәк): 5 км
- Яҡындағы тимер юл станцияһы (Өфө): 14 км
Ауыл тарихы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Был ауыл рәсми документтарҙа беренсе тапҡыр 1920 йылда теркәлә. Ауылдан түбәндәрәк, Ҡариҙел йылғаһы аша 25 саҡрым самаһы алыҫлыҡта ғына боронғо Меңйетәр ауылы бар. Әлеге ваҡытта ул Иглин районына инә. Уға 18-19 быуаттарҙа нигеҙ һалынған булырға тейеш.
Ә Яңы Меңйетәргә кемдәр нигеҙ һалған һуң? Ошо һорауҙы беҙ ауылдың аҡ инәйҙәренең береһе - Әнисә Зәйнетдин ҡыҙы Йомағужинаға бирҙек. Өлкән быуын кешеләре һөйләп ҡалдырыуынса, бында тәү башлап тап Меңйетәр ауылынан бер-нисә ғаилә күсеп килгән. -Меңйетәрҙән күсеп килеүсе бабайҙар бар ине. Абдрафиҡов Ғәлимйән ағай һөйләүенсә урыҫтарға ерҙәрҙе бирмәҫ өсөн башҡорттар ошо ерҙәргә таралған инде. Шунлыҡтан Иҫке Меңдән күсеп килгәндәр. Иҫке Меңгә Иҙел аша йәйәү йөрөй инек. 20 саҡрым тирәһе ине, - тип иҫләй Әнисә апай.
Төп ауылдарҙан яңылары айырылып сығыуы 20 быуатта ғына түгел, ә унан күпкә иртәрәк, йәғни 17 быуаттарҙа уҡ башланған. Сөнки ырыу, ҡәбиләләр үҙ ерҙәрен баҫҡынсыларҙан һаҡлап ҡалырға тырышҡан. Шуға күрә лә бер нисә ғаиләне аҫаба ерҙәренә күсереп ултыртҡан. Быны беҙ үҙ районыбыҙ миҫалында ла күрҙек. Яңы төбәк-тәрҙең барлыҡҡа килеүенә шулай уҡ башҡорттарҙың ултыраҡ тор-мошҡа күсеүе, игенселек менән шөғөлләнә башлауы ла сәбәпсе.
Яңы Меңйетәр ауылының төп йорто – боронғо Мең өйәҙе, хәҙерге Иглин районына ингән Меңйетәр ауылы. Уның исеме бер-нисә тапҡыр үҙгәртелә. Тәү башта ул Атйе-тәр, һуңынан Мең – Атйетәр, тип йөрөтөлә. Беренсе вариант ауылға нигеҙ һалыусыларҙың исеме менән бәйле. 1832 йылда был төбәктә Ғәйнулла Атйетәров йәшәй. Икенсе вариант ауыл халҡының тап Мең ырыуына ҡарауын белдерә. Халыҡта ауылдың исемен Меңләр, тип йөрөтөүҙәре лә ишетелә.
Благовещен районы Яңы Меңйетәрҙе лә халыҡ – Мең ауылы, тип кенә атай. Һәм борон бында тағы ла бер Мең ауылы булған. Уны урта ауыл, тип йөрөткәндәр. Уға ла нигеҙҙе Иглин Меңлеләре һалған. -Урта Мең булған, һуңғараҡ Яңы Мең. Урта Мең урман араһында 2 саҡрым инде. Ул ауыл-ға нигеҙ элек һалынған ул. Әтейҙең әтейҙәре күсеп килгән Меңдән. Ул Низай Сәлихов булған, - тип һүҙгә ҡушыла Рәүеф Низаметдинов.
Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, ҡайһы бер бай тарихлы ауылдар карталарҙан юғала. Уларҙың берәүҙәрен Совет осоронда киләсәге юҡ, тип бөтөр-һәләр, икенселәре башҡа сәбәптәр менән тарҡала. Урта Меңйетәр ауылы ла хәҙер юҡ инде. Шулай уҡ был тирәлә тағы ла бер-нисә башҡорт ауылдары булған. Улар ҙа хәҙер башлыса йәйен баҡсасылар ғына йәшәй, ти Яңы Меңйетәр халҡы.
Башҡорттар ауылдарға ғәҙәттә тәүләп күсеп килеүсенең исемен биргән. Шулай уҡ ырыу атамаларын йөрөткән ауылдар ҙа бар. Тау, йылғаларға ла исемдәр тап ошолай итеп бирелгән. Башҡорт халҡы үҙенең аҫаба ер биләмәләренән башҡа, бер нәмәне лә шул тиклем ихтирам итмәгән һәм һаҡламаған.
Милләттәштәребеҙ үҙ ерҙәрен һаҡлаған да, көрәшкә лә күтәрелгән һәм иҫәп-һеҙ-һанһыҙ ҡорбан да биргән. Мең ырыуы ерҙәрен килмешәктәргә бирмәҫ өсөн тыуған ауылдары – Меңйетәрҙән күсеп килеп яңы ауыл төҙөгән халыҡ күңелдә ғорурлыҡ тойғоһо уята. Әлбиттә, ҡан-ҡәрҙәштәренән айырылып сығып китеү еңелдән дә булмағандыр. Бәлки шуғалыр ҙа Иглин тарафтарынан күсеп килгән башҡорттар ауылға башҡа исем бирмәй – Яңы Меңйетәр, тип кенә атағандарҙыр. 1969 йылдағы халыҡ иҫәбен алыу мәғлүмәттәрен ҡарағанда, Урта Меңйетәр, Яңы Меңйетәр ауылдарының бар халҡы башҡорт милләтенән, тип теркәлгән. Борондан был Мең ырыуы башҡорттары ере башҡорт ауылы булған тип фаразлай ауыл халҡы.
Яңы Меңйетәр ауылы Благовещен районының Үрге Иҙәк ауыл биләмәһенә ҡарай. Үрге Иҙәк урта мәктәбе районда милли мәктәп булараҡ дан тота. Тап бына Меңйетәр ауылы кешеләре үҙҙәренең ҡайһы милләткә ҡарағанын яҡшы белә. Был төбәктә быуаттар дауамында башҡорттар йәшәгән, һәм әле лә йәшәй [2].
Иҫкәрмәләр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- ↑ Численность и размещение населения Республики Башкортостан по данным Всероссийской переписи населения 2010 года. Статистический сборник. (рус.)
- ↑ Благовещен районының ижтимағи-сәйәси гәзите «Йәйғор». http://raduga.blagpanorama.ru/index.php?option=com_content&view=article&id=125:2010-07-06-10-50-51&catid=41:-2010-7&Itemid=53 2016 йыл 5 март архивланған.
Портал «Башҡортостан ауылдары» | |
Башҡортостан Республикаһы Законы (№ 22-з, 16 июль, 2008 йыл.) Викикитапханала | |
Яңы Меңйетәр Викимилектә | |
Проект «Башҡортостан ауылдары» |